✅ Бушҡа сарыф итеү түгел, ә планлы тикшереү
✅ Бушҡа сарыф итеү түгел, ә планлы тикшереү Һуңғы ваҡытта ҡала урамдарын яҡтыртыу мәсьәләләре буйынса муниципаль район хакимиәтенә халыҡтан мөрәжәғәттәр күп килә. Был йүнәлештәге ремонт эштәре өс аҙна элек башланған, ә бөгөндән лампалар өлөшләтә көндөҙ ҙә ҡабыҙыла. Белгестәр ремонтҡа тиклем һәм унан һуң линияларҙың эшкә яраҡлылығын, кабелдәрҙең зыян күргән урындарын тикшерә. — Урам уттарын көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡабыҙыу — был эш өҙөклөгө йәки электр энергияһын бушҡа сарыф итеү түгел, — тип аңлатты район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. — Был линияларҙы планлы тикшереү өсөн эшләнә. Көндөҙгө яҡтылыҡ белгестәргә зыян күргән урындарҙы мөмкин тиклем аныҡ һәм дөрөҫ билдәләргә ярҙам итә. Ҡалала яҡтылыҡ мәсьәләһе даими шәхси контролемдә тора. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм халҡыбыҙҙың уңайлығы өсөн районда барлыҡ кәрәкле эштәр артабан да башҡарыласаҡ. Розалиә Төхвәтуллина.