Перейти к содержимому
Максиметер

Быйылғы көҙ бигерәк яғымлы шул,

Быйылғы көҙ бигерәк яғымлы шул, Оҡшамаған моңһоу көҙҙәргә. Бер асыуы юҡ һулышында, Йылы тынын өрә көндәргә. Өмөт сатҡыһын ҡабыҙып Һибә бирә ҡояш нурҙарын. Әкрен генә елгә тағатып, Һыйпап тарай ағас сәстәрен. Япраҡтай ҡойола йылдар, Тик шулай ҙа зарым юҡ, Туҡтап ҡалмай әле донъя, Көйөнөргә сәбәп юҡ. Бер генә мәл икән тормош, Үткәне киткәнгәме... Көҙҙәр һайын миндә алыш, Әйләнеп килгәнгәме... А. Әбсәләмова

265 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 315 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.