🤝 Дағстандың бәләкәй артистары сәләм ебәрә — 21 июня 2026 г. в 14:17:53.787
🤝 Дағстандың бәләкәй артистары сәләм ебәрә 💃🕺 23-27 июндә Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтә. Унда илдең 80 төбәгенән 1000 тирәһе бала ҡатнаша. 🏔 Өфө тауҙар иле Дағстандан да ҡунаҡтар ҡаршылай. Улар - Ҡыҙылйорт ҡалаһынан Әхмәт Зөбәйеров исемендәге өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары. 👏 Биш йыл эсендә авар, ҡумыҡ, лезгин һәм башҡа Кавказ халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеп һәм күрһәтеп, коллектив ҙур танылыу яулаған. ❤️ Башҡортостанға рәхим итегеҙ! ✅Видео: Фольклориаданың ойоштороу комитетынан.

