📍Шүлгәнташ мәмерйәһендә аждаһа силуэты табылған — 21 июня 2026 г. в 07:19:02.508
📍Шүлгәнташ мәмерйәһендә аждаһа силуэты табылған 🔷 Музей-ҡурсаулыҡтың социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеүҙәренсә, спелеологтар һәм туристар мәмерйәләрҙең береһендә башҡорт эпосындағы мифик зат — аждаһа башын хәтерләткән рельефты тапҡан. 🔶 Палеолит һүрәттәренән айырмалы рәүештә, был фигураны кеше түгел, ә ваҡыт һәм һыу барлыҡҡа килтергән. Меңәрләгән йылдар буйына ер аҫты ағымдары таш өҫтөн шымартып, фантастик йән эйәһе силуэтын яһай. 🔷 Шаһиттар төшөргән видеола таш «баш» буйлап һыу тамсыларының ағып төшөүе күренә, был хәрәкәт иллюзияһын тыуҙыра: аждаһа күҙ алдында терелгән кеүек. ✅Фото: "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығы.

