💦 Ямғырҙар ҡасан туҡтар? — 28 июня 2026 г. в 07:46:33.254
💦 Ямғырҙар ҡасан туҡтар? 🌀Башҡортостанда Каспий диңгеҙенән килгән ямғырлы, һалҡын циклон хакимлыҡ итә. ☔Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ялдарҙа һауа температураһы төндә +6...+11 градусҡаса төшә, көндөҙ +16...+21 градус. Ямғыр яуа, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен йәшнәй, борсаҡ та яуыуы ихтимал. ⛈️Аҙна башында ла шундай уҡ һауа торошо һаҡлана. Оҙайлы яуым-төшөм арҡаһында дала һәм тау йылғалары таша, урыны менән уйһыулыҡтарҙы баҫа. 🌤️Аҙна уртаһынан һауа торошо яҡшыра төшә. "Гисметео" мәғлүмәттәре буйынса, июлдең беренсе ун көнө йылы була: көндөҙ +25...26 градус күрһәтә.

