«ШОҢҠАР» журналы
Новости
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Новости
"Шоңҡар"ҙың 3-сө һанын күрҙегеҙме әле? Айырыуса 22-се битенә иғтибар итегеҙ😊
Өйҙә тыныслыҡ булһын өсөн ниндәй доға уҡырға? Ихлас күңел һәм изге ниәттәр менән ошо доғаны уҡығыҙ: Тулыһынса: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2026-05-23/y-tynysly-bul-yn-s-n-nind-y-do-a-u-yr-a-4697291
Тылсым эйәһе түгел Теле-телгә йоҡмай һөйләшкән баланы осратыуы ҡыйын. Хатта мәктәп йәшендәгеләр араһында ла ҡайһы осраҡта өндәрҙе теүәл, дөрөҫ итеп яуап бирә белмәгәндәр бар. Тулыһынса: https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2026-05-22/tylsym-ey-e-t-gel-4696619
Бибисара Азаматова: “Тамашасым мине тышҡы ҡиәфәтем өсөн түгел, эске донъям, моңом өсөн яратһын...” Ике йәшлек сағында ҡарурманда аҙаша ул... Өләсәһе бейә һауған арала, уйынға әүрәп, йәйләүҙән ситкә сығып китә лә юҡ була. Ике көн, ике төн эҙләйҙәр... Тулыһынса: https://shonkar.com/articles/culture/2022-08-10/bibisara-azamatova-tamashasym-mine-tysh-y-i-f-tem-s-n-t-gel-eske-don-yam-mo-om-s-n-yarat-yn-2905082
Ҡымыҙ сере Бер бейәнән көнөнә 5 литр тирәһе һөт сыға. Эсемлеккә сит-ят еҫтәр һеңмәһен өсөн ағас көбөгә ҡоялар. Тулыһынса: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2026-05-29/ymy-sere-4703961
Еңел аҡса эшләйем тип енәйәткә барма
Ярма һыуы файҙалы Улар – гөл өсөн бынамын тигән ашлама. Тағы ниндәй ябай ғына ашламалар тәҙрә төбөгөҙҙө шау сәскәгә күмәсәк? Гөлдәр шау сәскәгә күмелеп ултырһын тиһәгеҙ, уларға шәкәрле һыу һибергә мөмкин. Бының өсөн 0,5 стакан һыуға 0,5 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушырға һәм гөл төптәренә һибергә кәрәк. Һыуға алоэ һуты ҡушып та һибергә мөмкин. Бындый ҡушылма барлыҡ гөлдәргә лә тура килә. Бер сәй ҡалағы алоэ һутын бер литр һыуға ҡушып, гөл төптәренә һибергә була. Гөлдәргә аспирин да файҙалы. Ул үҫемлектәрҙең иммунитетын күтәрергә ярҙам итә. Аспиринлы ашламаны былай эшләйҙәр: бер литр һыуға бер төймә аспирин иретеп һалалар һәм гөл төптәренә һибәләр. Өйҙә аквариумығыҙ булһа, уның һыуы ла – гөлдәр өсөн бик шәп ашлама. Бындай һыуҙа гөлдәр өсөн шаҡтай күп файҙалы матдә була. Ҡарабойҙай, дөгө, тары…
Читать целикомИң көслө ҡорал Бер ваҡыт аҡыл эйәһенән: – Кеше уйлап тапҡан иң көслө ҡорал нимә? – тип һорағандар. – Иң көслөһөмө? Һүҙ! Иң емергесе лә, иң көсһөҙө лә – һүҙ. Бысаҡ, пуля, суҡмар ҡанлы эҙ ҡалдыра. Шартлатҡыстар барыһын да емерә. Әгәр кешене ағыулаһаң, ниндәй ағыу ҡулланылғанын да асыҡларға мөмкин. Ә һүҙ ҡалдырған эҙ башҡа ҡоралдарҙан күпкә хәтәрерәк. Баланы һүҙ менән тәрбиәләйҙәр, ҡатын үҙ иренән күпме әр ишетә. Йәки, киреһенсә, Аллаһ һүҙҙәрен күпме боҙоп тараталар... Иң мөһиме – һүҙ-ҡоралдың һиңә төбәләгәнме-юҡмы икәнен мәлендә асыҡлау. Үҙең дә һүҙеңде емергес ҡоралға әйләндермә, һиңә ҡаршы ҡулланыуҙарына ла юл бирмә. “Һүҙ – иң көслө ҡорал”, тигән грек философы Аристотель дә. Бер-беребеҙгә матур һүҙҙәр генә әйтәйек.
«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!! Бөгөн, 11 сентябрҙә, киске 8-ҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында байрам ойошторола. Милли кейем көнөнә арналған сағыу программала Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Гүзәл данс» хореография ансамбле, «Салауат» өлгөлө бейеү академияһы, «Хазина» этно-проекты; йырсылар Тимур Ямалов, Ильяс Кинйәғолов, Илнур Һибәтуллин һәм «Поколение» хор коллективы сығыштары көтөлә. 6+
Еңел аҡса бер ҡасан да булмай... Бер номерҙа аҡ алтын балдаҡ юғалды. “Һинең инеп, сыҡҡаныңды видеокамера төшөргән”, – тип бәйләнделәр. Тулыһынса: https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2026-09-09/e-el-a-sa-ber-asan-da-bulmay-4807510
5000 студент - һәм бының менән генә сикләнмәй! Көрәш һарайында "Беренсе курс студентарына бағышлау" икенсе республика фестивале үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Был үҙенең студент тормошон яңы башлап ҡына тороусылар өсөн ысын байрам булды — сағыу хис-тойғолар, яңы танышыуҙар һәм онотолмаҫ тәьҫораттар! Ә үҙегеҙҙең студенттар сафына алынған көндө хәтерләйһегеҙме? Комментарийҙарҙа хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ! Фестивалдең иң сағыу мәлдәрен видеола ҡарағыҙ https://vkvideo.ru/video-205396653_456239752