Бөгөн, 8 июнь, Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. — 9 июня 2026 г. в 04:47:33.530
Бөгөн, 8 июнь, Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы 6 июндә Бөрйән районының “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы-ҡурсаулығында ҙур сара үтте. “Урал батыр” эпосын – донъя халыҡтарының рухи мираҫы булып танылған, башҡорттарҙың асылын һаҡлаған ҡомартҡыны данлаған байрамда Сибай концерт-театр берекмәһенең коллективы ла үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Байрам концертын «Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Тарпан” этно-фолк төркөмө, йырсылары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, Зилиә Бәхтиева һәм Фаил Йортбәков, Мира Харрасова, Айнур LORIAN Мансуров йәмләнеләр. «Урал-батыр» эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамашала "Сулпан" балалар театры артистары ҡатнашты. Сараның рәсми өлөшөндә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тәбрикләне. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы. Фотолар - vk.com/shulgantashcave төркөмөнән алынды.

