"СУЛПАН" балалар театры сентябрь айында ике премьера тәҡдим итәсәк. — 16 июля 2026 г. в 05:41:09.130
"СУЛПАН" балалар театры сентябрь айында ике премьера тәҡдим итәсәк. 29 июнь труппа "ВОВКА ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ" ("ВОВКА В ТРИДЕВЯТОМ ЦАРСТВЕ") спектаклен тапшырҙы. . Был юлы мауыҡтырғыс, музыкаль спектакль нигеҙендә балалар әҙәбиәте классигы Вадим Коростылевтың әкиәте ята. Электән яратып ҡараған Вовканың мажаралары беҙҙең тамашасыларыбыҙға оҡшарына шик юҡ. Инсценировка авторы - драматург Әнгизә Ишбулдина, спектаклде ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, композитор - Рәмил Мәхийәнов, рәссамы - Азалия Раҡаева, хореограф - Динис Ширмаев. ✅16 СЕНТЯБРЬ премьерала көтөп ҡалабыҙ! Сентябрҙә бәләкәй тамашасыларҙы тағы бер ҡыҙыҡлы сюрприз көтә –июль-август айында коллектив "АҠЪЯЛ БАТЫР" спектакле өҫтөндә эш башлаясаҡ.

