СибФ УУНиТ | Сибайский институт (филиал) Уфимского университета науки и технологий
Образование · 12 июня 2026 г.
🖼️ Технология факультеты студенты Исхакова Ильнара диплом эшен халҡыбыҙҙың бөйөк эпо... — 12 июня 2026 г. в 04:58:54.564
🖼️ Технология факультеты студенты Исхакова Ильнара диплом эшен халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы «Урал батыр» темаһына арнаған. Паннола Урал батыр менән Һомай һүрәтләнгән. ✨ Был эш йөндән махсус энә ярҙамында башҡарылған һәм ул асыҡ төҫтәрҙә: ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәрҙә эшләнгән. 🎨🪡 «Иң башта рәссам менән буласаҡ панноның һүрәтен эшләнек, аҙаҡ мин уны йөндән баҫтым», - ти панно хужаһы Ильнара Исхакова. "Ильнара үҙенең эшен шундай оҫта итеп башҡарҙы, белеүебеҙсә, бөгөн "Урал батыр" эпосына иғтибар шул тиклем ҙур, шуға ла диплом эше комиссия тарафынан юғары баһаланды, - ти Ильнараның фәнни етәксеһе, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Гүзәл Хөсәйен ҡыҙы Вәлиева. 👩🎨 Ильнара бөгөнгө көндә Баймаҡ район Мәҙәниәт йортонда методист булып эшләй, шул уҡ ваҡытта «Хазина» клубын да етәкләй. Ильнараның күп яҡлы эштәренән торған күргәҙмә менән Баймаҡ район Мәҙәниәт йортонда танышырға була.Уңыштар һиңә, Ильнара. #УралБатыр #Эпос #БашҡортХалыҡИжады #Фелтинг #УУНиТ#Һомай #МиллиСәнғәт #ДипломЭше#СибайИнституты

