СибФ УУНиТ | Сибайский институт (филиал) Уфимского университета науки и технологий
Образование · 26 июня 2026 г.
Сибай ҡыҙы Зарина Исламова муай-тай буйынса донъя чемпионы булды👍👍🔥🔥 — 26 июня 2026 г. в 07:21:46.793
Вложенный файл
Откройте файл в новой вкладке
Сибай ҡыҙы Зарина Исламова муай-тай буйынса донъя чемпионы булды👍👍🔥🔥 500-ҙән ашыу спортсы йыйылған Куала-Лумпурҙа тай боксы буйынса Донъя чемпионатында Сибайҙан Зарина Исламова алтын миҙал яуланы. Еңеүгә юл ышаныслы һәм тамашалы була: ярымфиналда ул ваҡытынан алда Сингапур вәкилен еңһә, һуңынан Гонконгтан дәғүәсеһен еңде. Финал алышында Зарина Иран спортсыһын еңеп, донъя чемпионы булды. Тай бокс федерацияһы был еңеү республика спорты өсөн мөһим ҡаҙаныш булды тип билдәләне. Зарина еңеүен тренерҙарына һәм тыуған ҡалам Сибайға бағышлайым тип белдерҙе. Зарина ниндәй ғаиләлә үҫкән? Был хаҡта март айында сыҡҡан һанда: :https://ataisal.com/articles/zamandash/2026-06-26/chempion-s-e-balalary-y-y-ma-ta-y-m-hupla-y-4731760

