"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә.
"Таң" менән изгелек ҡыл" акцияһы дауам итә. Изгелек акцияһына ҡушылып, Бөрйән районы Хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Марсель Ғүмәров Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе яугир әсәһе Зөләйха Әбдрәшит ҡыҙына, ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Йәүҙәт Әхмәтзата улы Мәзитовҡа, Кейекбай ауылы биләмәһе башлығы Азамат Алтыншин Кейекбай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Зөлфирә Әхтәм ҡыҙына 2026 йылдың икенсе яртыһына "Таң" газетаһына подписка бүләк иттеләр. Изгелек сылбыры өҙөлмәһен, дуҫтар! #Таң_менән_изгелек_ҡыл #ДобраяПодписка