⛽ ️ Башҡортостанда бензин менән хәлдәр нисек? Радий Хәбировтың әйткәндәренең иң мөһимдәре — 30 июня 2026 г. в 09:20:01.015
⛽ ️ Башҡортостанда бензин менән хәлдәр нисек? Радий Хәбировтың әйткәндәренең иң мөһимдәре ✅Әлеге мәлдә төп бурыс - баҙарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеү һәм шау-шыуҙы бөтөрөү. Республика Хөкүмәтенең эше тап ошоға йүнәлтелгән. ✅АЗС-тарға яғыулыҡ ташыу 1,5 тапҡырға арттырылған. Нефть эшкәртеү заводтары көсәйтелгән режимда эшләй. ✅Властар проблеманы халыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан тип иҫәпләмәй. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ғәйеплеләрҙе эҙләргә түгел, ә логистиканы яйға һалырға һәм яғыулыҡ менән тотороҡло тәьмин итергә кәрәк. ✅ Ажиотажды кәметеү өсөн ваҡытлыса яғыулыҡты канистрҙарҙарға алыу тыйыла. Ҡала һәм район башлыҡтарына был ҡарарҙың үтәлешен шәхсән контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде. ✅«Башнефть» акционерҙар йәмғиәте шәхси АЗС- тарҙың бер өлөшөнә лә яғыулыҡ бирә башланы. Был райондарҙағы хәлде тотороҡландырырға һәм хаҡтарҙың ҡапыл артыуына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк. ✅Яғыулыҡтың хаҡын нигеҙһеҙ арттырған компаниялар тикшереләсәк. Уларҙың эшмәкәрлеге тейешле баһа аласаҡ. ✅Хөкүмәт мәғлүмәттәре буйынса, АЗС-ҡа сираттар ҡыҫҡара, яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе ошо аҙна аҙағына яйға һалыу планлаштырыла. "Төп бурыс - ажиотаж тулҡынын туҡтатыу", тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

