Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарындағы хәл тураһында брифинг - БСТ телеканалында тура эфирҙа — 30 июня 2026 г. в 05:24:38.456
Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарындағы хәл тураһында брифинг - БСТ телеканалында тура эфирҙа ❗Республика заправкаларында хәл нисек? Сираттар кәмей, әммә көтөп торорға тура килә. ❗Заводтарҙан бензин ташыуҙы арттырҙылар, әммә һорау әле лә ҙур. ❗Ни өсөн бензинды канистраларға ҡойоп алырға ярамай? Махсус хеҙмәттәр менән мәсьәлә нисек хәл ителгән? Барыһына ла яғыулыҡ етерме? ✅Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты яғыулыҡ менән бәйле хәлде көйләү буйынса республика штабы етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Александр Шельдяев яуап бирәсәк. Бөгөн, 30 июндә, 15.00 сәғәттә БСТ каналында тура эфирҙа ҡарағыҙ.

