Ҡыҙмы, малаймы? 🩷🩵 — 8 июля 2026 г. в 15:30:53.065
Ҡыҙмы, малаймы? 🩷🩵 Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөрө ҡалаһында уҙған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Байрамда иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе - Өфө ҡалаһынан матур башҡорт ғаиләһе Рим һәм Айым Рәхимовтар буласаҡ 4-се сабыйҙарының енесен белделәр. Кем булырын республика башлығы Радий Фәрит улы үҙе иғлан итте! 🎶 Айым – «Тамыр» вокаль студияһы етәксеһе. Рим – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы.

