Рөстәм Нәбиев генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде — 6 июля 2026 г. в 08:42:31.305
Рөстәм Нәбиев генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде Йәмәғәт эшмәкәре һәм блогер Рөстәм Нәбиев юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Республика Башлығы Указы менән ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге, ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Миҙалды бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров тапшырҙы. «Һеҙ – ысын мәғәнәһендә яугир. Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ һәм яҡшы кеше», — тип билдәләне республика етәксеһе. «Мин был награданы һөҙөмтә түгел, ә ҙур яуаплылыҡ итеп ҡабул итәм һәм артабан да үҙ өлгөмдә кеше мөмкинлектәренең уларҙы уратып алған шарттарға ҡарағанда күпкә киңерәк булыуын күрһәтәм. Шуға күрә артабан да республикабыҙҙы һәм илебеҙҙе данлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен», — тине Рөстәм Нәбиев.

