🌞Шөкөр, эҫе көндәр башланды. Тик оҙаҡҡамы?❓ — 5 июля 2026 г. в 17:13:14.103
🌞Шөкөр, эҫе көндәр башланды. Тик оҙаҡҡамы?❓ Башҡортостанға ысын йәй килә: аҙна башында уҡ эҫелек +32 градусҡа етәсәк. 🌞Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июлдең тәүге декадаһында уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан бер юлы 1-2 градусҡа артырға мөмкин. Көндөҙ һауа +30,+32 градусҡаса, ә төндә +17,+19 градусҡа тиклем буласаҡ. 🌈Әммә “Гисметео” порталы иҫкәртә: эҫелек оҙаҡҡа бармай. Айҙың икенсе декадаһында республикала +23,+25 градус йылылыҡ һәм йәнә ямғырҙар көтөлә.

