Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! — 14 июля 2026 г. в 17:13:37.389
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! Йәй тәбиғәттә ял итеү өсөн бик матур ваҡыт, әммә уның менән бергә ҙур яуаплылыҡ та килә. Бөгөн төндә 112 системаһы аша Иҫке Собханғол ауылында кешенең һыуға төшөп, кире сыҡмауы тураһында хәбәр килде. Бәхеткә күрә, ул кеше табылды. Әммә, был шаяртыу өсөн генә эшләнгән булыуы асыҡланды. Бындай шаяртыуҙар шаһиттарҙың ярҙамға ашығып, үҙ ғүмеҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуына, көстәрен юҡҡа сарыф итеүгә йәки ҡотҡарыусыларҙы ялған саҡырыуға илтә. Күрәләтә ялған саҡырыу өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 19.13 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ ҡаралған (штраф 1000 һумдан 1500 һумға тиклем). Әгәр 14 йәшкә тиклемге бала ялған саҡырыу яһаһа, уның ата-әсәһе яуаплылыҡҡа тарттырыла (РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.35-се статьяһы буйынса), ә баланы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуялар. Шуны ла әйтеп китер кәрәк: оператив хеҙмәттәр һәр килгән хәбәргә яуап бирергә тейеш. Белгестәр урындарға сығып, тикшереү үткәрә, ваҡыт сарыф итә, техника ҡуллана. Кемдер ялған саҡырыу менән күңел асҡанда, башҡа урында кешеләргә ысын ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! Иғтибарлы булығыҙ! Ашығыс хеҙмәттәр номерын йыйғанда, уның күңел асыу ҡоралы түгел икәнен онотмағыҙ! Уважаемые жители и гости района! Лето – прекрасное время для отдыха на природе, но вместе с ним приходит и большая ответственность. Сегодня ночью поступило сообщение по системе "112" о том, что в с. Старосубхангулово человек нырнул в воду и не вышел. К счастью, все обошлось, Оказалось, что это было сделано ради шутки. Подобные розыгрыши опасны тем, что испуганные очевидцы могут прыгнуть на помощь, потратить драгоценные силы, рисковать собственной жизнью, вызвать спецслужбы. Заведомо ложный вызов влечёт административную ответственность по статье 19.13 КоАП РФ (штраф от 1000 до 1500 рублей). А если ложный вызов совершил ребёнок до 14 лет, к ответственности могут привлечь его родителей (по ст. 5.35 КоАП РФ), а самого ребёнка поставят на учёт в комиссию по делам несовершеннолетних. Также следует отметить, что оперативные службы обязаны реагировать на любое сообщение. Специалисты выезжают, проводят проверку, тратят время, задействуют технику, людей, ресурсы. И пока кто-то развлекается, совершая ложный вызов, в другом месте людям может понадобиться реальная помощь. Уважаемые жители и гости района! Будьте бдительны! Набирая номер экстренных служб, важно помнить: это не инструмент для развлечений!

