🦋Йәй – ул рәссам. — 14 июля 2026 г. в 15:00:02.707
🦋Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ. Йәй – ул сәскә. Ялан-ҡырҙың Йәйғор төҫөн һайлар саҡ. Сәскә һутынан йыйылған Балы менән һыйлар саҡ. Йәй – ул ҡояш. Йылы нурға Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ. Еләк-емештең, ҡыҙарып, Бешер ҙә өҙөлөр саҡ. Йәй – йылға-күлдәр ярында Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ. Һыуҙа, сума-сума йөҙөп, Балыҡ булып уйнар саҡ. (З.Ҡотлогилдина)
548 просмотров

