#Хужабикәгә
#Хужабикәгә Бауырҙан рулет * Тауыҡ бауыры — 500 г * Йомортҡа — 2 * Һөт — 100 мл * Һуған — 60 гр * Бойҙай оно (цельнозерновая) — 60 г * Үҫемлек майы — 2 ҡалаҡ * Тоҙ, борос, һарымһаҡ — самалап Бик туҡлыҡлы, тәмле һәм файҙалы бауыр рулетын әҙерләйек. Тауыҡ бауырын (теләгән башҡа төрҙө лә алырға мөмкин), һуған менән бергә ит турағыстан үткәрәбеҙ. Йомортҡа, һөт, бөтөн бойҙай оно, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы ҡушабыҙ. Ҡамырҙы табаға силикон келәмгә йәйеп, 25–30 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Был ваҡытта эслекте әҙерләйбеҙ. Һуғанды турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм аҙ ғына майҙа әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаны бешереп, йәшелсәләр менән бергә бутайбыҙ. Тоҙ, тәмләткестәр һәм ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Әҙер бауыр ҡатламына эслекте йәйеп, рулет итеп урайбыҙ. Яҡшыраҡ киҫелһен өсөн уны бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк. Бик тәмле рулет килеп сыға. Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ.