#Хикәйә
#Хикәйә Үтәлмәгән бурыс. Кеҫә телефоны шылтыраны. Тертләп, ҡурҡып китте Рәхимә. Һәр саҡ көтмәгәндә, кинәт шылтыраған кеүек ошо телефон. Һис өйрәнә алмай шуға, ҡыңғырау кеүек тәьҫир итә ошо зымбырлау. Ғүмере буйы бер минут та һуңламаҫҡа өйрәткән ҡыңғырау буйынса йәшәгәнгәлер, моғайын. “Иртә менән кем шылтырата икән, әллә атайыма берәй хәл булғанмы?“ – тигән уй үтте башынан. Таныш-белештәре, әхирәт-дуҫтары уның йәй буйына өлкән улы Марсель менән ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙа эшләгәнен, балалар менән мәж килеп, ваҡыты юҡлығын белә. Кем әйтмешләй, туҙға яҙған-яҙмаған барлы-юҡлы хәбәр сурытып, борсомайҙар. Кисен балалар йоҡоға талғас ҡына әҙерәк һөйләшеп алырға форсаты сыға. Эске һиҙемләүе алдамаған Рәхимәне, был шылтыратыу юҡҡа түгел, таныш булмаған кеше ине ул: https://tanburz.ru/news/y-m-i-t/2026-09-14/t-lm-g-n-burys-hik-y-4812376