Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән сираттағы ...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәнең көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе – физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктураны үҫтереү. Өлкәндәр һәм балалар саф һауала күнекмәләр яһай алһын өсөн Бәләбәй, Өфө райондарында һәм Сибайҙа - “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет һәм Йылайыр райондарында ГТО-ның ете майҙансығы асылған. Видеоконференция бәйләнеше режимында Республика Башлығы ГТО майҙансыҡтары эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендәге спорт майҙансығы ла “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Республика башлығы Радий Фәрит улына, Рәсәй Федерацияһы һәм республика Спорт министрлыҡтарына, майҙансыҡ төҙөүҙә ҡатнашыусыларға район халҡы исеменән рәхмәт еткерҙе һәм барыһын да “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек” нормативтарын әүҙем тапшырырға саҡырҙы.