Хөрмәтле район халҡы!
Хөрмәтле район халҡы! 2026 йылда интернетҡа сығыу мөмкинлеге аласаҡ тораҡ пункттар өсөн «Рәсәйҙә цифрлы тиңһеҙлекте бөтөрөү 2.0» проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ. Проектты Рәсәйҙең Цифрлы үҫеш министрлығы 2021 йылдан алып тормошҡа ашыра. Ошо ваҡыт эсендә республиканың 350-ән ашыу ауылы һәм ауылында йәшәүселәр юғары тиҙлекле интернетҡа эйә булды. Проектҡа 100-ҙән 1000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттар индерелгән. 2025 йылда республика ауылдарының халыҡ тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, ағымдағы йылда телекоммуникация ҡорамалдары тағы ла 51 тораҡ пунктта урынлаштырыласаҡ. Бөрйән районынан тауыш биреүҙә Ғәҙелгәрәй, Аҫҡар, Яуымбай, Байғаҙы, Ғәлиәкбәр ауылдары ҡатнаша. Ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин: www.gosuslugi.ru/inet. Онлайн тауыш биреү 2026 йылдың 8 ноябренә тиклем дауам итә. Бергәләп беҙҙең тораҡ пункттарға ярҙам итәйек!