Райондаштарыбыҙҙың бәләһенә битараф ҡалмайыҡ, дуҫтар!
Райондаштарыбыҙҙың бәләһенә битараф ҡалмайыҡ, дуҫтар! 7 сентябрҙә Брәтәк ауылынан Йәрмөхәмәтовтарҙың йорто янып, көлгә әйләнгән. Әҙ генә ваҡыт эсендә улар барыһынан да: өйөнән, барлыҡ мөлкәтенән дә яҙған. Улар бер нәмәһеҙ тороп ҡалған һәм был ҡайғыны үҙ аллы еңеп сығыу уларға бик ауыр буласаҡҡ. Хатта бәләкәй генә ярҙам да әлеге мәлдә уларға баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле һәм ысын терәк буласаҡ. Аҡсалата ярҙам өсөн: телефон номеры: +7 987 022-60-30 (Гөлнәзирә Фәүзи ҡыҙы К.). Аҡса күсергәндә «саҙаҡа», «ярҙам» тип яҙығыҙ. Был банк картаһын блокировкаланыуҙан һаҡлау өсөн кәрәк. Райондаштарыбыҙҙың оло бәләһенә битараф ҡалмай, хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Берлектә – тереклек.