‼️Башҡорт блогерҙары йәштәрҙе аҡса эшләүҙең еңел ысулдарына ышанмаҫҡа саҡыра
‼️Башҡорт блогерҙары йәштәрҙе аҡса эшләүҙең еңел ысулдарына ышанмаҫҡа саҡыра Республикала тәүгеләрҙән булып Рәмил Әхтәриев мөрәжәғәт менән сыҡҡан. #НЕТОТЗАРАБОТОК - ул үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе аҡса эшләү һылтауы менән саҡырған криминал, мутлашыу схемаларына ҡушылмаҫҡа өндәгән мәғлүмәт кампанияһы. Дошман хеҙмәттәре тап ошондай схемалар менән эш итә лә инде - улар сынығып етмәгән йәштәрҙең башын бутап, иҡтисад һәм хәрби объекттар тураһында мәғлүмәт йыйырға, бәйләнеш вышкаларын, релей шкафтарын яндырыу кеүек диверсиялар эшләргә мәжбүр итә.