Кемдең доғаһы көслө була һәм ҡабул ителә?
Кемдең доғаһы көслө була һәм ҡабул ителә? ✔️юлсының ✔️ураҙа тотоусының ✔️ата-әсәнең - балаһына, ✔️баланың ата-әсәһенә ҡарата доғаһы ✔️мосолман ҡәрҙәшенә ҡарата йәшерен рәүештә доға ҡылыусының Доғаның ҡабул булыуына нимә ҡамасаулай? 🔎Доғаға яуаптың тиҙ арала булыуын көтөү Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән: “Әгәр ҙә яуызлыҡ ҡылыу йәки туғанлыҡ ептәрен өҙөү тураһында һорамаһа, ҡолдоң доғаһы ҡабул буласаҡ. Ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтыра күрмәһә генә инде. Унан: “Эй Аллаһ Рәсүле! Нимә һуң ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтырыу?” - тип һорағандар. Ул былай тип яуап биргән: “Ҡолдоң: “Мин күп тапҡырҙар Аллаһҡа доға ҡылдым, әммә яуап булманы!” - тип әйтеүе. Шул ваҡытта уның күңеле төшә лә, ул Аллаһтан һорамай башлай” (Мөслим) 🔎Харам ашау мәҫәлән, риба, урлыҡ, етемдәрҙең йә иһә башҡаларҙың малын талап алыу, эшселәреңә түләп еткермәү Аллаһ Рәсүле ﷺ күккә ҡулдарын күтәреп доға ҡылып торған бер кеше тураһында былай тип әйткән: “Эй Раббым! Эй Раббым! Әммә уның ашағаны харам, эскәне харам, кейгәне харам. Уға харам һеңеп бөткән... Ундай кешенең доғаһына ниндәй яуап булһын?!” (Мөслим) 🔎Изгелеккә саҡырмау, яуызлыҡтан араламау Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Аллаһ менән ант итәм, һеҙ мотлаҡ изгелеккә саҡырырға, яуызлыҡтан араларға тейешһегеҙ. Юғиһә, Аллаһ һеҙҙе һис кисекмәҫтән язаға тарттырыр. Шунан һуң һеҙ Унан һорарһығыҙ, әммә Ул яуап бирмәҫ,” - тигән (Әхмәд, Тирмиҙи) "Ислам дине" төркөмөнән.