Райондың иң оло гражданы тауыш бирҙе
Райондың иң оло гражданы тауыш бирҙе Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе 101 йәшлек Оренбуркина Александра Андреевна төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа ихлас ҡатнашып килә. Бөгөн дә республика, район өсөн мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Һайлаусыларҙың өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланып, үҙе лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидаттарға тауышын бирҙе. "Һәр яҡлап барыбыҙға ла үрнәк булып торған Александра Андреевнаға артабан да ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, рух ныҡлығы, балалар ҡыуанысы теләйем," - ти район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026