Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һәм улар менән берләштерелгән һайлауҙың икенсе көнө б...
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һәм улар менән берләштерелгән һайлауҙың икенсе көнө башланды Бөгөн дә республиканың 3250 һайлау участкаһы иртәнге 8.00 сәғәттә үҙ ишектәрен асты. БР Үҙәк һайлау комиссияһы әйтеүенсә, Башҡортостанда барлығы 2 955 278 һайлаусы теркәлгән. Өс көн буйына — 18-20 сентябрҙә барған һайлауҙа 18 йәше тулған бөтә граждандар ҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ был көндәрҙә «Рәхмәт» акцияһы үтә. Был юлы магазин-кафеларға ташламалар ғына, бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле була. Дәүләт Думаһына һайлауҙың дөйөм һөҙөмтәләрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 5 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса билдәләргә һәм 11 октябргә тиклем рәсми рәүештә иғлан итергә тейеш, тип хәбәр иткәйне Башинформ. #Выборы2026 #ЕДГ2026