Әүҙем генә тауыш бирәйек!
Әүҙем генә тауыш бирәйек! «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү дауам итә. Исемлеккә беҙҙең райондан Яуымбай, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Байғаҙы, Аҫҡар ауылдары индерелгән. Тауыш биреү 2026 йылдың 8 ноябренә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) www.gosuslugi.ru/inet порталында бара. 14 октябргә ҡарата һөҙөмтәләр түбәндәгесә: - Яуымбай ауылы 207 тауыш менән 8-се урынды биләй; - Ғәҙелгәрәй 14-се урында - 109 тауыш; - Байғаҙы 18-се урында - 100 тауыш; - Аҫҡар 19-се урында - 86 тауыш; - Ғәлиәкбәр 27-се урында - 58 тауыш. Ауылдар рейтинг буйынса алға үтһен өсөн күберәк тауыш йыйырға кәрәк! Барығыҙҙы ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!