Әүҙем генә тауыш бирәйек!
Әүҙем генә тауыш бирәйек! «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү дауам итә. Исемлеккә беҙҙең райондан Яуымбай, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Байғаҙы, Аҫҡар ауылдары индерелгән. Тауыш биреү 8 ноябргә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) www.gosuslugi.ru/inet порталында бара. 19 октябргә ҡарата һөҙөмтәләр түбәндәгесә: - Яуымбай ауылы 210 тауыш менән 11-се урынды биләй; - Ғәҙелгәрәй 13-сө урында - 118 тауыш; - Аҫҡар 16-сы урында - 153 тауыш; - Байғаҙы 23-сө урында - 104 тауыш; - Ғәлиәкбәр 30-сы урында - 67 тауыш. Ауылдар рейтинг буйынса алға үтһен өсөн күберәк тауыштар кәрәк.