"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһы дауам итә Изгелек акцияһына район Советы секретаре Гүзәл Муллағолова ҡушылып, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған райондашыбыҙ Язағолов Шәфкәт Рәил улының әсәһе Гөлназ Фирҡәт ҡыҙына 2027 йылдың тәүге яртыһына район гәзитенә подписка бүләк итте. Эстафетала ул артабан Бөрйән районы муниципаль район иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәлиә Әхмәтоваға тапшырҙы. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #Добрая_подписка