Янғын һүндереүселәр һынатманы
Янғын һүндереүселәр һынатманы 16 октябрҙә Салауат районында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ҡотҡарыусылары араһында көс һәм сыҙамлыҡ һынауҙары үтте. Ярыштарҙа барлығы 76 ҡотҡарыусы ҡатнашты. Райондың 73-сө янғын һүндереү часе Белореттың 28-се янғын-ҡотҡарыу отряды менән берлектә барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 3-сө урынды яуланы. Ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ беҙҙең янғын һүндереүселәр бөгөн Белорет ҡалаһында үткән ярышта ла юғары әҙерлек кимәле күрһәтте. Эштә генә түгел, ярышта ла һынатмаған ҡотҡарыусыларға уңыштар теләйбеҙ!