Бөгөн, 21 октябрҙә, Башҡортостанда — Милли бейеү көнө билдәләнә! Был күркәм байрам төбә...
Бөгөн, 21 октябрҙә, Башҡортостанда — Милли бейеү көнө билдәләнә! Был күркәм байрам төбәгебеҙ халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республика Башлығы Радий Хәбировтың указы менән раҫланды. Башҡорт бейеүе — ул халҡыбыҙҙың рухи ҡото, тарихы һәм көнкүреше сағылған бөйөк сәнғәт билдәһе. Бейеү теле — сиктәрҙе белмәгән, һәр кемгә аңлайышлы ҡөҙрәтле тел ул. Байрам уңайынан район сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, билдәле бейеүселәребеҙгә оло хөрмәтемде белдерәм. Бөрйән данын республика-ил кимәлендә лайыҡлы яҡлаған бейеүселәребеҙгә артабан да уңыштар теләйем. Бейеү сәнғәтенә ғүмерен бағышлаған һәр кемде ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә һәр саҡ яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйем! Йөрәгегеҙҙәге бейеүгә булған һүнмәҫ ялҡын уты бер ҡасан да һүрелмәһен!