Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға түләүҙәр 30 ноябргә тиклем оҙайтылды
Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларға түләүҙәр 30 ноябргә тиклем оҙайтылды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2026 йылдың 30 ноябренә тиклем оҙайтты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан республикала контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 1 миллион һум тәшкил итә.