Яңы министр тәғәйенләнде
Яңы министр тәғәйенләнде 🔷 Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыу министрҙың беренсе урынбаҫары Тимур Герасимовҡа йөкмәтелде. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. ✅ Элек министр булып эшләгән Александр Шельдяев Хөкүмәт Премьер-министры итеп тәғәйенләнде.