5 ноябрь - Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө. Ул РФ Оборона министры бойороғо менән 2000 ...
5 ноябрь - Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө. Ул РФ Оборона министры бойороғо менән 2000 йылдан билдәләнә. Әлеге ваҡытта хәрби разведка Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы структураһына инә. Разведка – ул ҡораллы көстәрҙең «күҙҙәре һәм ҡолаҡтары», мәғлүмәт ала торған төп сараһы. Хәрби разведчиктар көнө уңайынан район үҙәгендә тантаналы сара уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев һәм разведка ветерандары ҡатнашты. "Хәрби хеҙмәте разведка эше менән бәйле булған һәр берегеҙ хөрмәткә лайыҡ. Үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреү эшенә ҙур өлөш индергән, район йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарға даими ярҙам күрһәткән ветерандарға оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем", - тине Айнур Миңлеғәле улы. Фотолар Бөрйән районы хакимиәте төркөмөнән.
Канал в каталоге Максиметера
1 378 подписчиков · Новости