Бөрйәндәр ҙур этнографик диктант акцияһына ҡушылды
Бөрйәндәр ҙур этнографик диктант акцияһына ҡушылды Ул быйыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала һәм 3 ноябрҙән 12 ноябргә тиклем дауам итә. Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, телдәре, тарихы, мәҙәниәте тураһында белемдәрҙе тикшереү мөмкинлеге бирә. Ҙур этнографик диктантты яҙырға теләүселәр 12 ноябргә тиклем мирэтно.рф сайтында онлайн режимда яҙа ала. "Белемдәребеҙҙе бергәләп һынайыҡ, барығыҙҙыла акцияла ҡатнашырға саҡырам", - тине район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов.
Канал в каталоге Максиметера
1 378 подписчиков · Новости