🌞Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?❓Башҡортостанға ысын йәй килә: аҙна башында уҡ эҫел... — 6 июля 2026 г. в 06:07:41.120
🌞Ныҡ эҫе көндәр килә. Тик оҙаҡҡамы?❓Башҡортостанға ысын йәй килә: аҙна башында уҡ эҫелек +32 градусҡа етәсәк. Синоптиктар ентекле фараз баҫтырып сығарҙы. 🌞Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июлдең тәүге декадаһында уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан бер юлы 1-2 градусҡа артырға мөмкин. Көндөҙ һауа +30,+32 градусҡаса йылынасаҡ, ә төндәр +17,+19 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ. 🌈Әммә “Гисметео” порталы иҫкәртә: эҫелек оҙаҡҡа бармай. Айҙың икенсе декадаһында республикала +23,+25 градусҡаса һалҡынайта. Шул уҡ ваҡытта йәнә ямғырҙар көтөлә.

