Уҙған ял көндәрендә республикала алты кеше батып үлгән: — 6 июля 2026 г. в 06:03:11.471
Уҙған ял көндәрендә республикала алты кеше батып үлгән: - 03.07 - Өфө районы, Өршәк йылғаһы: 1954 йылғы ир, батып барған ейәнен ҡотҡарырға тырышып, һыуға ташлана һәм үҙе батып үлә. Бала иҫән ҡала. - 03.07 - Мишкә районы, урындағы быуа: 2014 йылғы малай һәләк булған, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. - 04.07 - Ҡариҙел районы, Үреш йылғаһы: 1976 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. - 04.07 - Мәләүез районы, Нөгөш һыуһаҡлағысы: 2002 йылғы ике егет ҡотҡарылып, дауаханаға оҙатыла. - 04.07 - Өфө, Һупайлы биҫтәһе: һыуҙан ирҙең кәүҙәһе сығарыла, шәхесе билдәләнә. 05.07 - Стәрлетамаҡ, ҡала пляжы: Ашҡаҙар йылғаһынан водолаздар 1970 йылғы ирҙең кәүҙәһен сығара. 05.07 - Өфө, Дудкин кисеүе: Ҡариҙел йылғаһынан 1987 йылғы ҡатындың кәүҙәһе сығарылған, уның 2016 йылғы балаһын шаһиттар ҡотҡарған. Ваҡиғаларҙың төп сәбәптәре: Йыһазландырылмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеү ("Һыу инеү тыйыла" тигән аншлагтар иғтибарһыҙ ҡалдырыла! Балаларҙы контролдә тотмау. Эскән килеш һыу инеү. Йыл башынан республиканың һыу объекттарында 45 кеше һыуҙан сығарылған, шуларҙың 6-һы - балалар. 25 кеше батып үлгән тип иҫәпләнә, ҡалғандары буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ!

