⚡️Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим яңылыҡтар — 25 августа 2026 г. в 18:23:57.921
⚡️Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим яңылыҡтар 🏅 Республика Башлығы Радий Хәбиров МХО биләмәһенән тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шайморатов генерал ордены менән – Павел Пстыга, ә миҙалы менән Рим Әмирханов бүләкләнде. ✅ Башҡортостан Башлығы үҫмерҙәр араһында спорт гимнастикаһы буйынса Европа Чемпионатында ил һәм республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған Полина Дмитриеваға һәм уның тренеры Елена Кайгуловаға дәүләт наградалары тапшырҙы. ⏳ Өфөләге буласаҡ математика лицей-интернатына тәүге совет электрон иҫәпләү машиналарын төҙөүсе Бәшир Рәмиев исеме бирелә. «Беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районынан. Был дөрөҫ ҡарар булыр, тип уйлайым», – тине Радий Хәбиров. Төҙөлөштө киләһе йылдың сентябренә тамамларға планлаштыралар. 💯 Башҡортостан һатып алыуҙар һөҙөмтәлелеге рейтингында абсолют лидер булараҡ танылды. Республика бер юлы дүрт номинацияла, шул иҫәптән экономия буйынса еңеү яуланы. Радий Хәбиров Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты коллективын еңеүҙәре менән ҡотланы. 👩🏫 Башҡортостан Башлығы республикала педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының указына ярашлы, шулай уҡ йәмәғәтселек тарафынан педагогик эшмәкәрлектең әһәмиәтен таныуҙы нығытыу маҡсатында әҙерләнгән. 🏫 Республиканың бөтә мәктәптәре лә тиерлек яңы уҡыу йылына әҙер. Башҡортостан мәктәптәре 502 мең уҡыусы, шул иҫәптән 41 мең беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итә. 2026 йылда мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау программаһына 36 учреждение ингән. 📈 Башҡортостан беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадалары һөҙөмтәләре буйынса тәүге 5 төбәк иҫәбенә инде. Һуңғы биш йылда еңеүселәр һәм призерҙар һаны 78 кешегә тиклем артҡан. Шулай уҡ БДИ буйынса 2026 йылда йөҙ баллы эштәрҙең һаны 210-ға еткән. 11 сығарылыш уҡыусыһы бер юлы бер нисә фән буйынса иң юғары балл йыйған. 🎬 Республика Башлығы 2027 йылға Башҡортостанда кинематографты үҫтереүгә яҡынса 20 миллион һумға иҫәп тоторға ҡушты. «Был ижади процесты туҡтатмау өсөн мөһим. Шайморатов генералға арналған «Салауат тоҡомдары» исемле яңы тулы метражлы фильмды ла киң прокатҡа сығарырға кәрәк», – тине төбәк етәксеһе. 🍶 Был шәмбе, 29 августа, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында 14-се «Һөт иле» ғаилә фестивале үтә. Байрамда һөт йәрминкәһе, фермерҙар баҙары, сыр кибете, «Ҡымыҙ ауылы», шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, концерт майҙансыҡтары һәм башҡа күңел асыу саралары ойошторола.

