🍶 Ә һеҙ байрамды бер стакан һөттән башлап ҡарағанығыҙ бармы? 2011 йылдан алып үткәрелг... — 25 августа 2026 г. в 05:49:21.344
🍶 Ә һеҙ байрамды бер стакан һөттән башлап ҡарағанығыҙ бармы? 2011 йылдан алып үткәрелгән «Һөт иле» фестивалендә был матур бер традицияға әйләнгән дә инде! Байрамда һеҙҙе һөт йәрминкәһе, фермерҙар баҙары, сыр кибете, «Ҡымыҙ ауылы», шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, концерт майҙансыҡтары һәм башҡа күңел асыу саралары көтә. Фестиваль быйыл республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. Шуға күрә байрамға бөтә ғаилә менән, бергә йыйылып килегеҙ! Тағы ла тәүге тапҡыр «Һөт циркы» шоу тамашаһы планлаштырыла, ә «Спутник ФМ» студияһында һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ-түлекте һөткә алмаштырырға мөмкин буласаҡ. 📍 29 август, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы. Инеү ирекле. 14-се «Һөт иле» ғаилә фестивалендә осрашҡанға тиклем!

