Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аш... — 27 августа 2026 г. в 11:15:06.869
Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, үҫмерҙәрҙе социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша енәйәттәргә йәлеп итеү осраҡтары йышайған. Вербовкалаусылар йәштәрҙе теракттарға, яндырыуҙарға, диверсияларға этәрә. Ата-әсәләр, әгәр бала ҡапыл үҙгәрһә, үҙен шикле тотһа, һаҡ булырға тейеш. Һәр үҙгәреш хәүеф тураһында һөйләмәй, әммә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Йәштәрҙе енәйәтселәрҙән нисек һаҡларға? Сығыу юлы бар. Выход31 проекты вербовкалауҙы танып белергә, хәйләләргә бирешмәҫкә һәм хәүефле хәлдә ярҙам һорап ваҡытында мөрәжәғәт итергә ярҙам итә. Тулыраҡ инструкциялар выход31.рф сайтында Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: диверсия йәки теракт өсөн яза – 10 йылдан 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, хатта ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу. Диверсия эшләүгә булышлыҡ итеүселәргә – 7 йылдан 20 йылға тиклем.

