Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов: — 3 февраля 2026 г. в 10:02:48.174
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов: - Ҡан хәтере көслө тигәндәй, минең йырға, музыкаға булған һөйөүем балаларыма ла бирелгән. Ҡыҙым Айым, улым Айтуған минең һөнәремде һайланылар, икеһе лә сәнғәт институтын тамамланылар. Айтуған менән бер уҡытыусыла уҡыныҡ. Һуңынан ул Ҡазанда консерватория һәм Мәскәүҙә Галина Вишневская исемендәге мәктәпте тамамланы. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Айым менән бергәләп концерттарымда йырлайбыҙ. Ул «Тамыр» телестудияһында балаларҙы вокал серҙәренә өйрәтә. Кейәүем Рим опера йырсыһы. Кесе ҡыҙым Дилназ да музыка мәктәбен тамамланы. Ләкин табиб һөнәрен һайланы, медицина институтында уҡый, эшләп тә йөрөй. Сәхнәне лә онотмай, минең концерттарымда йырлай. Дилназ йыр сәнғәтен һайлаһа, бик шәп йырсы булыр ине. «Ояһында нимә күрә, осҡанынд а шул була», – тигән халыҡ мәҡәле балаларыма тулыһынса тап килә. Әлфиә Ғимаҙиеваның йырсы менән әңгәмәһенән. Әңгәмәне «Тамаша» журналының февраль һанында уҡырһығыҙ.

