Ишеттегеҙме әле, өфөләр төҙөлөш магазиндарынан канистрҙарҙы һыпырып алып бөткәндәр ти. ... — 28 июня 2026 г. в 06:10:00.318
Ишеттегеҙме әле, өфөләр төҙөлөш магазиндарынан канистрҙарҙы һыпырып алып бөткәндәр ти. Нимәгә-нимәгә, бензин ҡойорға. Бына роликта ЛеманаПро (элекке Леруа Мерлен) магазины кәштәләре – канистр юҡ! Сәпсим юҡ. Ана шулай бензин ҡытлығы яһала. Бензин бөткәнгә түгел, ә һәр кем ҡәҙимгегә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк алғанға. Бер нисә йыл элек әбейҙәр, имеш-мимешкә бирелеп, ҡарабойҙайҙы көн һайын тонналап өйөнә ташығайны... Ашап бөттөләрме икән әле? Видео: “Подслушано в Башкирии” / МАКС.

