🎭Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған м... — 29 января 2026 г. в 15:29:46.438
🎭Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров һәм Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йорто директоры Павел Бельков-Манин быйылға планлаштырылған төп ваҡиғалар менән таныштырҙы, Актерҙар йортонда ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе хаҡында һүҙ йөрөттө. ✅Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан башҡорт әкиәттәрен башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм һинд телдәрендә күрһәтеү күҙаллана. ✅Башҡортостан һәм Рәсәйҙең төп театр белгестәренең оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Союз халыҡ театрҙары өсөн уҡыуҙар ойошторорға ниәтләй. Сибайҙы, Урал аръяғын (Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарын) һәм, бәлки, Стәрлетамаҡты, Салауатты, Өфөнө лә йәлеп итеү күҙаллана. ✅ Ай һайын «Актерҙар йортонда ултырыу» тип исемләнгән яңы телешоу сығасаҡ. Тәүге сығарылышты 9 мартта биналағы кафела төшөрөү күҙаллана. Унда ҡатнашыуға филармонияны ла йәлеп итәсәктәр. ✅«Театр яҙы» фестивалендә иң яҡшы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ роле өсөн махсус бүләктәр билдәләнә. Бүләкләү тантанаһы май айында үтәсәк. Маҡсаты - премияны йыл һайын тапшырыу. ✅Быға тиклем туҡтап ҡалған «Күңелле сәхнә арты» («Веселая кулиса») фестивален ҡайтанан тергеҙеү. Уны 12 апрелдә, Космонавтика көнөнә ҡарата уҙғарыу планлаштырыла. ✅Владивостоктан һәм Ҡырымдан бер үк вакытта ҡуҙғалсаҡ «Театр поезы» акцияһы. Ике поезд бөтә Рәсәй буйлап йөрөйәсәк һәм сығыш яһау өсөн бер нисә көнгә төрлө ҡалаларҙа туҡталасаҡ. Ахыр сиктә ике поезд Мәскәүҙә осрашасаҡ. Өфөгә поезд 8 июндә килә һәм ике көн була. Ул көндәрҙә вокзалда художество күргәҙмәләре һәм бәләкәй сәхнәләр эшләйәсәк. ✅ Фидан Ғафаровтың ижадына арналған «Ҡышҡы романс» йыр конкурсы ойоштороласаҡ. ✅Декабрҙә Бәҙәр Йосопованың юбилейы үтәсәк, уны ҡаланың барлыҡ театрҙары менән берлектә билдәләйҙәр. ✅Бинаға ҡуйылған өс битлекте лә, улар менән халыҡ иркенләп фотоға төшә алһын өсөн, аҫҡа «төшөрөү» күҙаллана, Актерҙар йортононоң визит карточкаһы халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ булсасаҡ һәм Өфөнөң театр ҡалаһы образын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

