ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ — 23 сентября 2025 г. в 05:55:09.922
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде, Ҡойолдо ла инде уҡаһы. Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын, Йәйҙәремде килә тотаһым. Һүрәнәйә барған ҡояшының Һәр нур-уғын һалам ҡыныма, Башланышта ғына йәй күңелдә, Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма. Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам, Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә: Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам, Ерегеп тә ергә түл йәйгән. Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап, Үрмәкселәр үрә үәл-ауын, Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы, Тоторға тип һонған ҡул еленән Осоп китә япраҡ-ямауы. Гүзәл Ситдиҡова

