Популяр йәш йырсы Бэби Ти 27 июндә Өфөлә музыкаль сет менән сығыш яһай. — 26 июня 2026 г. в 10:52:01.054
Популяр йәш йырсы Бэби Ти 27 июндә Өфөлә музыкаль сет менән сығыш яһай. Йәштәр көнө «Торатау» Конгресс-холлы янындағы Ағиҙел йылғаһы яры буйында үтә. Был көндө ҡунаҡтарҙы: — дискотека, — төрлө интерактив, — уйын майҙансыҡтары, — автозвук буйынса чемпионат, — тиҙ танышыуҙар зонаһы, — йәштәр маркеты, — Махсус хәрби операция трофейҙары күргәҙмәһе һәм күп ҡыҙыҡлы саралар көтә. Шулай уҡ байрам хедлайнерҙары араһында Марат Яруллин, Кравц бар. ‼️Көн ямғырлы булыуы ихтимал. Байрамдан бер нимә лә айырмаһын өсөн үҙегеҙ менән ҡулсатыр алырға онотмағыҙ! 📌 Инеү ирекле! 🕐 Башлана 15:00 сәғәттә 12+

