“Һөт кухняһы” МАХ ҡушымтаһында. — 26 июня 2026 г. в 10:30:36.871
“Һөт кухняһы” МАХ ҡушымтаһында. Хәҙер “Һөт кухняһы”н бушлай алыу буйынса бөтә мәғлүмәтте Макс ҡушымтаһында алырға була. Ул бер нисә мөһим бүлектәрҙән тора: документтарҙы рәсмиләштереү, уларҙың ваҡытын оҙайтыу; Дәүләт хеҙмәттәре порталының эше менән бәйле һорауҙар, аҙыҡты биреү тәртибе, продукцияны биреү нормаһы, адрестар, пункттарҙың эш графигы һәм башҡалар. Әлеге көндә 2600 кеше чат-бот менән ҡулланып өлгөргән. Уны Макс ҡушымтаһының эҙләү юлында “Молочная кухня консультант” тип яҙып табырға була. Һорауҙар ҡалһа, ҡыҙыу линияға шылтыратыу мөмкинлеге лә бар.

