Башҡортостанда юлдар төҙөкләндерелә. — 10 июля 2026 г. в 10:22:05.685
Башҡортостанда юлдар төҙөкләндерелә. Юлдыбай-Аҡъяр-Сара трассаһы яңыртыла. Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын, шулай уҡ республиканы Ырымбур өлкәһе менән тоташтырыусы юлда ремонттың яңы этабы башланды. Әле юлсылар Яманһаҙ ауылы янындағы участкала асфальт һала, юл ситтәрен нығыта, билдәләр ҡуя. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарыла. Объектты йыл аҙағына тиклем тамамлау ҡарала.
1 113 просмотров