Өфө хосписына – 3 йыл — 10 июля 2026 г. в 07:32:58.011
Өфө хосписына – 3 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған көнө менән ҡотланы. Өс йыл элек, 2023 йылдың июлендә, ул үҙенең тәүге пациентын ҡабул иткәйне. "Беҙҙең хоспис – уникаль. Был уйланылған проект, беҙ уны төҙөгәндә һәр ваҡ-төйәккә иғтибарлы булдыҡ, буласаҡ пациенттарға ҡарата яратыу һәм ихтирам менән ҡараныҡ. Ул иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әммә бында иң мөһиме – стеналар түгел. Өс йыл эсендә хосписҡа ғәжәйеп команда тупланыуы мөһим. Бөгөн ул, асылда, республикабыҙҙа паллиатив ярҙам буйынса компетенциялар үҙәгенә әүерелде. Бында медицина университетының профилле кафедраһы асылған, һәм студенттар айырым тәрбиәгә мохтаж кешеләр менән эшләргә өйрәнә. Пациенттар бында профессиональ ярҙам ғына түгел, ә таяныс һәм өмөт тә таба", - тип яҙа Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә, меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм хоспис хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла баш ҡала хосписы командаһына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Каринэ һәм Радий Хәбировтар биш ирекмәнгә «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен, Гөлнара Ғәниеваның ата-әсәһе Рәйсә һәм Ринат Шәмсетдиновтарға Өфө хосписының махсус билдәһен тапшырҙы. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис тәүлек әйләнәһенә эшләй, пациенттарға туғандары һәм яҡындары теләгән ваҡытта килә ала. Тәрбиәләнеүселәр өсөн бында уңайлы шарттар булдырылған, балалар бигерәк тә бассейнда яратып шөғөлләнә, ял итеү бүлмәләрен һәм уйын майҙансыҡтарын үҙ итә.