📱 Башҡортостанда «Ветеран» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы — 2 августа 2026 г. в 14:04:00.978
📱 Башҡортостанда «Ветеран» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы Яңы платформа Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән ярҙам сараларын берләштерә. Ҡушымта аша: — Башҡортостан Республикаһының МХО ветерандары ассоциацияһына теркәлергә; — һуңғы яңылыҡтар менән танышырға; — мөрәжәғәт ебәрергә; — медицина, психологик һәм юридик ярҙам алырға; — вакансиялар һәм буласаҡ саралар тураһында белергә; — аралашырға мөмкин. Ҡушымта ветерандар, дәүләт органдары, муниципалитеттар һәм эш биреүселәрҙе берләштереүсе майҙан. Башҡортостан Рәсәйҙә проект ғәмәлгә индерелгән тәүге төбәк булып иҫәпләнә. Киләсәктә был тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланыу күҙаллана.

